21.02.2022
21 февраль –һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Мәктәбебеҙҙә Бөтә донъя туған телдәр көнөнә арналған саралар үтә. 2-се класс уҡыусылары (уҡыт.Дүшәнбаева Ә.И.) өсөн "Иң матур минең телем" исемле класташ тыш сара ойошторолдо. Йомаҡтар, ребустар систеләр, мәҡәлдәр ҙә әйтештеләр. Рәми Ғариповтың ысын мәғәнәһендә әсә теленә, туған телдәргә дан йырлаған «Туған тел» шиғырын уҡынылар. Тел – беҙҙең уртаҡ байлығыбыҙ. Уны һаҡларға, өйрәнергә бурыслы икәнен һәр кем күңеленә һендерҙе.
Просмотров всего: , сегодня: