14 декабрь. "Башҡорт теле - дуҫлыҡ теле"

14.12.2021

Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы, Таҙлар урта мәктәбендә бихисап ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар үтте. Марафонға старт 7 декабрҙә бирелеп,  ете көн дауамында ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыла барылды  һәм Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итте. Ошо ете көн эсендә бик күп мәғәнәле саралар уҙҙы: класс етәкселәре тарафынан асыҡ класс сәғәттәре, Аҡмулла  шиғырҙарын башҡортса һәм сит телдәрҙә уҡыу видеомарафоны, тел бәйгеһе, флешмобтар, экскурсиялар һ.б. Һәр бер сара мәктәп сайтында һәм мәктәп телеграм каналында яҡтыртыла барҙы.

  14 декабрь Башҡорт теле көнөндә лә 7-8 класс уҡыусылары өсөн матур сағыу сара үткәрелде.Таҙлар ауылы мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре Алтынсурина Светлана Зинур ҡыҙы, Филатова Анна Анатольевна һәм  тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Дүшәнбаева Әнзинә Ислам ҡыҙы  менән берлектә әҙерләнгән ”Башҡорт теле- дуҫлыҡ теле” исемле  сарала уҙған быуатта уҡ халҡыбыҙҙы яҡтылыҡҡа, белем алырға өндәгән бөйөк шәхесебеҙгә дан йырланды.  Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән сара бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 15.12.2021

Дата обновления: 15.12.2021

Дата публикации: 14.12.2021

Наверх

19.10.2023.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».