"Башҡорт теле-аҡыл теле"

09.12.2021

9-сы класта "Башҡорт теле-аҡыл теле" девизы аҫтында сираттағы сара үтте. Илзирә Рафаэль ҡыҙы Дүшәнбаева М. Аҡмулла ижадындағы нәсихәттәргә, аҡылға, иманға өндәүсе шиғыр юлдарынан өлгө алып, уның ни тиклем ҙур тәрбиәгә эйә булғанлығын, быуаттар аша, бөгөн дә бик актуаль яңғырауын аңғартты. Уҡыусылар  Аҡмулланың аҡыллы һүҙенә эйәреп, үҙҙәре лә бик фәһемле халыҡ  мәҡәлдәрен эҙләп таптылар, "Мәҡәл әйтеш" ярышында ла үҙҙәрен һынап ҡаранылар.

Һүҙ көсө, аҡыл ҡеүәһе булған халыҡ мәҡәлдәренә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уянғандыр уҡыусыларҙа тип теләргә генә ҡала.

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 10.12.2021

Дата обновления: 10.12.2021

Дата публикации: 09.12.2021

Наверх

19.10.2023.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».