Башҡорт теле көнө

04.12.2020

14 декабрь Башҡортостан Башлығы Указы менән “Башҡорт теле көнө” тип иғлан ителде. Был көндө бөтә республикала башҡорт телен үҫтереүгә, киңерәк таратыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үтәсәк.

  Әлбиттә, туған телебеҙгә арнал­ған саралар бер көн менән генә сикләнмәй, был байрамға әҙерлек мәктәбебеҙҙә күптән башланды. Китапханасы Г.Н.Аҡкөбәкова  башланғыс һәм 5 кластарҙа матур сара үткәрҙе, М.Аҡмулла хаҡында видеофильм ҡаранылар, һорауҙарға яуап бирҙеләр. Китапханала билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған мөйөш булдырылды. Башҡорт теле уҡытыусыһы Ә.И.Дүшәнбаева уҡыусыларҙы бөйөк мәғри­фәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы, ижады менән таныштырҙы, 1 һәм 3 класс уҡыусыларын "Рухиәт" исемле мәктәп музейына экскурсияға алып барҙы. Музей етәксеһе И.Р.Дүшәнбаева уҡыусыларҙы башҡорт халҡының тормош-көнкүреше менән таныштырҙы.

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 04.12.2020

Дата обновления: 05.12.2020

Дата публикации: 04.12.2020

Наверх

19.10.2023.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».