17 апрель - Милли кейем көнө

17.04.2020

     Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыл һайын апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында республикала Милли кейем көнө уҙғарыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Таҙлар урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм был саранан ситтә тороп ҡалманы, әүҙем ҡатнашты.

     Ошо йәһәттән кластарҙа ошо байрамға бәйле асыҡ дәрестәр үтте: «17 апрель-Милли кейем көнө”, "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме һәм биҙәнеү  әйберҙәре .”, "Башҡорт халҡының милли байлығы -кейеме”.  

     Милли кейем—милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә ге­нә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул. Башҡорттарҙың кейемгә талап­сан, ыҫпайлыҡҡа битараф булма­ғанлығы тураһында һүҙ алып бар­маҫтан әүәл, халыҡтың оҙайлы тари­хын, үткәнен, көнкүрешен, һәнәрен, илен, ерен, тәбиғи шарттарын күҙ алдына килтереү кәрәк. Кейем шарттарға, матди ныҡлы булыуға ла бәйле тигән фекер еткерергә тырышты уҡытыусыларыбыҙ бөгөнгө саралар һәм асыҡ дәрестәр ярҙамында.

       17 апрелдән алып "Милли кейемдә фото” флешмобы старт алды. Теләге булған һәр кем унда ҡатнашып, фотоһын "Бәйләнештә” социаль селтәрендә, Instagramда #нацкостюмрб #нацкостюм_дднрб #ялюблюнацкостюм хэштегтары менән урынлаштырҙы. Беҙҙең мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары   ошо флешмобта  ҡатнашты.
Хочу такой сайт

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 20.04.2020

Дата обновления: 21.04.2020

Дата публикации: 17.04.2020

Наверх

19.10.2023.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».