06.01.2020
6 ғинуар көнө Таҙлар урта мәктәбенең 6-сы (кл.етәксеһе Дүшәнбаева Ә.И.),
8-се класс (кл.етәксеһе Аҡкөбәкова Г.Н.), уҡыусылары ауылыбыҙ эргәһендәге
Башҡатауға шыуырға барҙы. «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» исемле проект
сиктәрендә үткәрелгән “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020” фестиваленә ата-әсәйҙәр
ҙә ҡушылды.
Халыҡтың күплеге был көндө иҫ
китмәле булды. Теләгән һәр кем рәхәтләнеп тау шыуҙы, ял итте. Көс-дәрт, яҡшы кәйеф алып, һаулыҡты нығытып, тауҙан барыһы ла күтәренке
кәйеф менән таралышты.
Дата создания: 06.01.2020
Дата обновления: 06.01.2020
Дата публикации: 06.01.2020