Башҡорт теле көнө

14.12.2019

“Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар,

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, һүҙем бар!

    Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғырынан өҙөк  эпиграфы аҫтында  Таҙлар урта мәкәтәбендә  Башҡорт теле көнөнә   арналған 5-8 кластар өсөн “Өләсәйем һандығы» исемле байрам кисәһе уҙғарылды. Сараға Башҡорт Үргене, Бикбау һәм Таҙлар ауылдары ағинәйҙәре саҡырылды. Ә район ағинәйҙәре етәксеһе Нурия Ҡунысбаева  байрамға айырым йәм өҫтәне, ул боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейемендә ине.

     Өләсәй һандығы бик серле булып сыҡты, балалар башҡорт халҡының боронғо кейемдәрен дә, биҙәнеү әйберҙәрен дә, музыка ҡоралдарын күреп, ишетеп ҡыуандылар.  6-сы класс уҡыусыһы Н. Ғәббәсова шиғыр һөйләне, Илдар Дүшәнбаевтың ҡурай моңона төшөп бейене, 5-се класс уҡыусылары Э. Б. менән                    Г. М. «Башҡортостан-илгенәм” йырын йырланылар. Уҡыусыларыбыҙ ағинәйҙәрҙең мөнәжәттәрен, фәһемле һүҙҙәрен тыңланылар, һәр ағинәйҙең әйткән яғымлы һүҙҙәре һәр кемдең йөрәгенә май булып яғылды. Байрам 6 класс уҡыусыларының  «Башҡортостан ынйылары» исемле флешмобы  менән тамамланды.Хочу такой сайт

      Мәктәп музейына сәйәхәт ҡылғандан һуң, бергәләшеп күстәнәстәр менән сәй эстеләр, йылы аралаштылар. тағы ла осрашырға пландар ҡороп таралыштылар.

   Сара бик бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс, рухлы, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тойғолары  менән һуғарылған, уҡыусылар күңеленә үтеп инерлек  булды.

    Килгән ҡунаҡтарыбыҙ Илзирә Рафаэль ҡыҙына, мәктәп администрацияһына  ҙур рәхмәтен белдерҙе, уҡыусыларға тырышып уҡырға, маҡсатсан булырға, тыуған еребеҙ  менән ғорурланып, туған телебеҙҙә аралашып, киләсәктә районыбыҙ данын күтәрерҙәй шәхестәр булып үҫеүҙәрен  теләне.

 

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 15.12.2019

Дата обновления: 15.12.2019

Дата публикации: 14.12.2019

Наверх
 

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».