Рухи мираҫты онотмайыҡ, уны киләсәк быуынға тапшырайыҡ! 11 сентябрь - Милли кейем көнө

10.09.2020

     10-11 сентябрҙә Башҡортостанда иғлан ителгән Милли кейем көнөнә  Таҙлар урта мәктәбенең класс етәкселәре лә ихлас күңелдән ҡушылды. Берҙәм дәрестәр үткәрелде. Уҡыусыларға башҡорт халҡының милли кейемдәре тураһында матур итеп, ентекле һөйләнелде. Балалар, күп милләтле ауылыбыҙ халыҡтарының: рус,  сыуаш, татар, ҡаҙаҡ халҡының милли кейемдәре тураһында ентекле мәғлүмәт алды.  Ә инде дәрестән һуң да ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың был сарала бергәләп ҡатнашыуы бик яҡшы һәм фәһемле булды.

          Рухи байлығыбыҙҙың бер өлөшө булған кейемдәребеҙгә ҡарата иғтибарыбыҙҙы нығытайыҡ, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен ҡәҙерләп һаҡлайыҡ һәм киләсәк быуынға ла еткерәйек!

     

     Һуңғы ваҡытта рухи мираҫыбыҙ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәүестәренә иғтибар артты. Ошо үҙенсәлекле ижади эшкә бар күңелен һалыусы Гөлнара Йылҡыбаева уҡытыусылар өсөн Оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

 

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 11.09.2020

Дата обновления: 11.09.2020

Дата публикации: 10.09.2020

Наверх

19.10.2023.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».