Башҡорт теле йылы - 2020
Башҡорт теле көнөнә саралар
05.12.2020
14 декабрь Башҡортостан Башлығы Указы менән “Башҡорт теле көнө” тип иғлан ителде. Был көндө бөтә республикала башҡорт телен үҫтереүгә, киңерәк таратыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үтәсәк. Әлбиттә, туған телебеҙгә арналған саралар бер көн менән генә сикләнмәй, был байрамға әҙерлек мәктәбебеҙҙә күптән башланды. Китапханасы Г.Н.Аҡкөбәкова башланғыс һәм 5 кластарҙа матур сара үткәрҙе, М.Аҡмулла хаҡында видеофильм ҡаранылар, һорауҙарға яуап бирҙеләр. Китапханала билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған мөйөш булдырылды. Башҡорт теле уҡытыусыһы Ә.И.Дүшәнбаева уҡыусыларҙы бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы, ижады менән таныштырҙы, 1 һәм 3 класс уҡыусыларын "Рухиәт" исемле мәктәп музейына экскурсияға алып барҙы. Музей етәксеһе И.Р.Дүшәнбаева уҡыусыларҙы башҡорт халҡының тормош-көнкүреше менән таныштырҙы.
План мероприятий на День башкирского языка
30.11.2020
Идет к концу
2020 год, объявленный Годом башкирского языка в Республике Башкортостан. В течение
года было в МОБУ СОШ с.Тазларово проведено много различных мероприятий и
конкурсов, посвященных этому году.
14 декабря вся республика готовится
праздновать День башкирского языка. Именно этим праздником планируется
завершить Год Башкирского языка.
С 30 ноября по 14 декабря в нашей школе
запланированы различные мероприятия, посвященные Дню башкирского языка.
Республиканский онлайн-конкурс чтецов «Стихи башкирских поэтов на родном языке»
04.12.2020
Участница Республиканского онлайн-конкурса чтецов «Стихи башкирских поэтов на родном языке» М.Г.(6 класс, рук.Душанбаева А.И.). Мероприятие приурочено ко Дню башкирского языка. Конкурс проводится с целью содействия гражданско–патриотическому и духовно–нравственному воспитанию, формирования интереса к поэзии башкирского народа и популяризации искусства художественного чтения.
Аҡмулла диктанты
"Аҡмулла диктанты"нда ҡатнаштыҡ
Аҡмулла музейына виртуаль экскурсия
10.12.2020
5 һәм 7 кластарҙа туған телде өйрәнеүсе уҡыусылар өсөн өйҙән сыҡмай ғына бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла музейы – Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейының филиалы буйлап башҡорт теле уҡытыусыһы Дүшәнбаева Ә.И. виртуаль экскурсия ойошторҙо. Уҡыусыларыбыҙ виртуаль экскурсиянан күңелдәре булып, мәңге иҫтә ҡалырлыҡ тәьҫораттар алды
Тел бәйгеһе "Мәҡәл әйтеш"
Берҙәм башҡорт теле дәресе
14.12.2020
Мәктәбебеҙҙә Берҙәм башҡорт теле дәрестәре үткәрелде. Уҡыусыларға ни өсөн 14 декабрь башҡорт теле көнө тип аталғаны аңлатылды. Әлбиттә, Мифтахетдин Аҡмулла тураһында белешмә тупланды. Халыҡтың бай, һутлы саф телендә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы сағылыуына уҡыусыларыбыҙ тағы ла бер инандылар.Бына ни өсөн туған телде өйрәнеү кәрәк икәнлеген аңланылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Аҡкөбәкова А.Ф.6-7 класс уҡыусылары менән.